МӘСКӘҮ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Мәскәү а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 97 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында, Мәскәү—Өфө автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1973 кеше; 1920 — 2512; 1939 — 1629; 1959 — 1113; 1989 — 1631; 2002 — 1788; 2010 — 1879 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). М.И.Калинин ис. ЯСЙ‑ның үҙәк усадьбаһы, Дүртөйлө ярма з‑ды, “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ магистраль газ үткәргестәренең Дүртөйлө линия‑производство идараһы урынлашҡан. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

 Ауылға үҙ ерҙәрендә Ҡазан даруғаһы Шәмшәҙе улусы башҡорттары нигеҙ һала, 1739 й. алып билдәле. 1789 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр төпләнә. Тәүге төпләнеүсе аҫаба Мәскәү Аҡйегетевтың исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Имәнәй булараҡ билдәле. 1795 й. 66 йортта 444 кеше йәшәгән, 1865 й. 190 йортта — 1336 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эштәре, перәник бешереү м‑н шөғөлләнгәндәр. Улус идараһы урынлашҡан, 2 мәсет булған. 1906 й. 3 мәсет, татар мәктәбе, земство амбулаторияһы, 2 тимерлек, һыу тирмәне, ҡалас бешереү оҫтаханаһы, 5 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән. К.Ғ.Ғәлимханов, Б.М.Мәғәсүмова, Сәфәровтар, И.Х.Хәбирйәнов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке