МӘҪӘЛЕ, Ауырғазы рнындағы ауыл, Мәҫәле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.Көнб. 23 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.Көнб. табан 30 км алыҫлыҡта Мәҫәле й. (Ҡуғанаҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1285 кеше; 1920 — 1449; 1939 — 946; 1959 — 714; 1989 — 696; 2002 — 618; 2010 — 592 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1760 й. керҙәшлек килешеүе бса Свияжск һәм Сембер өйәҙҙәренең яңы суҡындырылған сыуаштары Үрге Мәҫәле исеме мн нигеҙһала. 1795 й. 190 кеше йәшәгән, 1865 й. 122 йортта — 757 кеше. Игенселек, малсҡ, умартҡ мн шөғөлләнгәндәр. Сиркәү, 2 һыу тирмәне булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, училище, 3 һыу тирмәне, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Г.К.Петров ошо ауылда тыуған. 

М.Х.Сафин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке