МӘСӘК, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Ыйыҡ й. (Ҡыйғы й. ҡушыл‑ дығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 435 кеше; 1920 — 476; 1939 — 404; 1959 — 311; 1989 — 199; 2002 — 213; 2010 — 225 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Себер даруғаһы Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәсәк Йелмәтов исеме м‑н аталған. 1795 й. 18 йортта 100 кеше йәшәгән, 1865 й. 46 йортта — 203 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке