МӘСӘҒҮТ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Дыуан р‑нының (1965 й. алып) һәм Мәсәғүт а/с үҙәге. Өфөнән Т.‑Көнс. 233 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Әй й. буйында, Кропачёво (Силәбе өлк.)—Мәсәғүт—Әшит автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 1,7; 1920 — 3,6 (Зарека, Кувалдин, Һарт аа. халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған); 1939 — 2,3; 1959 — 2,9; 1989 — 8,4; 2002 — 10,5; 2010 — 10,9. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинаты, Төньяҡ‑көнсығыш электр бүлеү селтәрҙәре, кирбес з‑ды, инкубатор-ҡошсолоҡ станцияһы эшләй; Мәсәғүт педагогия колледжы, Мәсәғүт лицейы, Респ. лицей‑интернаты, гимназия, 5 балалар баҡсаһы, балалар музыка мәктәбе, Пионерҙар йорто, ДЮСШ, үҙәк район дауаханаһы һәм китапханаһы, мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр халыҡ коллективы), мәсет, сиркәү бар. Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер губернаһынан килгән дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һа‑ ла. 1753 й., 1798 й., 1810 й. бында ш. уҡ шарттарҙа крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1865 й. 123 йортта 931 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр, йылға караптарында эшләгәндәр. Сиркәү, училище, 20 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. М. улус идараһы урынлашҡан булған; сиркәү, сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 министрлыҡ мәктәбе, земство дауаханаһы, шарап, һыра, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете теркәлгән, йәрминкәләр үткәрелгән. 1922—30 йй. Мәсәғүт кантонының адм. үҙәге. М. эргәһендә Мәсәғүт тораһы бар. В.В.Астальцев, В.Б. Смирнов, Н.Н.Филиппов, Ф.Ф.Хизбуллин ошо ауылда тыуған. 

Н.И.Черепанова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке