МӘСӘҒҮТ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 347 кеше; 1920 — 435; 1939 — 434; 1959 — 265; 1989 — 228; 2002 — 209; 2010 — 177 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ямаҙы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Урман‑Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Зәйнибәшер һәм Мәхмүт Мәсәғүтовтар билдәле. 1795 й. 7 йортта 34 кеше йәшәгән, 1865 й. 42 йортта — 307 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (1891 й. төҙөлгән), һыу тирмәне теркәлгән. Мөҡсин Мәҙийәров, Р.М.Тимершин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке