МӘСЕТЛЕ, Салауат р‑нындағы ауыл, Мәсетле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 53 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 535 кеше; 1920 — 679; 1939 — 691; 1959 — 677; 1989 — 620; 2002 — 648; 2010 — 713 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәсетле төп мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 17 б. уртаһында Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мырҙалар исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Мырҙалар-Мәсетле исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 48 йортта 177 кеше йәшәгән, 1865 й. 83 йортта — 587 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. З.Н.Бәхтейәрова, В.Й.Ғәлин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке