МӘСЕМ ХАН, 15 б. 2‑се ярт. Ете башҡорт ырыуы берләшмәһе ханы. Фольклор сығанаҡтары, айырыуса “Бабсаҡ менән Күсәк” эпосы, б‑са билдәле. Башҡ. риүәйәттәренә ярашлы, М.х. ставкаһы Мәсем тауы итәгендә (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а. янында) урынлашҡан була. Ҡана й. (Ағиҙел й. һул ҡушылдығы) тамағында ерләнгән.

Әҙәб.: С ә ғ и т о в М.М. Боронғо башҡорт ҡобайырҙары. Өфө, 1987; К и р е е в А.Н. Башкирский народный героический эпос. Уфа, 1970; С а г и т о в М.М. О башкирском народном сказании “Бабсак и Кусяк” //Фольклористика в Советской Башкирии. Уфа, 1971;          Г а л и н С.А. Народной мудрости источник. Уфа, 2007. 

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке