МӘНӘҮЕЗ-МӘСКӘҮ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 47 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 698 кеше; 1920 — 769; 1939 — 742; 1959 — 586; 1989 — 298; 2002 — 296; 2010 — 261 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡушйылға урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға якынса 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Илекәй-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мәскәү (аҫаба Мәскәү Зәйетов исеменән) исеме м‑н нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1782 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, 18 б. аҙ. — 19 б. башында Пермь өйәҙе Ғәйнә улусының Ҡуян а. керҙәш башҡорттар килеп ултырған. 1795 й. 17 йортта 77 кеше йәшәгән, 1865 й. 32 йортта — 281 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет (19 б. 90‑сы йй. төҙөлгән), мәҙрәсә, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ш. уҡ төҙөлөш ташы сығарыу булған. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен ала.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке