МӘНӘК, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 373 кеше; 1920 — 478; 1939 — 692, 1959 — 657; 1989 — 308; 2002 — 309; 2010 — 281 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Бөрө өйәҙе Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са мари типтәрҙәре нигеҙ һала. 1865 й. 36 йортта 193 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете теркәлгән. Ауыл эргәһендә Мәнәк археологик комплексы бар. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке