МӘНӘГӘҘ, Балтас р‑нындағы ауыл, Тушҡыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 344 кеше; 1920 — 391; 1939 — 326; 1959 — 285; 1989 — 148; 2002 — 117; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Бөрө өйәҙе Ҡара-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. (6 йортта 46 кеше иҫәпкә алынған) алып билдәле. 1865 й. 39 йортта 225 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ тимерлек теркәлгән. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке