МӘНДӘР ҠАРАБАЕВ (? — 3.6. 1740), башҡорт ихтилалдары (1735— 40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Дыуанай улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1735 й. Йосоп Арыҡов м‑н бергә Себер даруғаһындағы ихтилал башында тора. 1737 й. яҙында Урта йөҙ ҡаҙаҡтары м‑н ихтилалға ярҙам күрһәтеү т‑дағы һөйләшеүҙәрҙә ҡатнаша. Март—июндә тоғро старшиналар Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Таймаҫ Шәимов отрядтарына ҡаршы һуғыша. Июнь аҙағы — авг. башында М.Ҡ. Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Төлкөсура Алдағолов, Юлдаш  Һөйәрембәтовһ.б. отрядтары м‑н берлектә Бөрө, Көңгөр, Красноуфимск ҡәлғәһе, Ҡатай бастругы, Уҫыһәм Исәт провинцияһының, Өфө провинцияһының башҡа торама пункттары өсөн алыша. 1738 й. ғин. алып Себер даруғаһындағы баш күтәреүселәргә етәкселек итә. Авг. уртаһында башҡа баш күтәреүселәр м‑н бергә Табын ҡәлғәһенә Л.Я.Соймоновҡа ғәйебен танып килә. 1739 й. көҙөндә М.Ҡ. Йәрмөхәмәт Хажиев, Ҡараһаҡал һәм Әләнйейәнғол   Ҡотлоғужин м‑н берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. ғин. башлап Себер даруғаһында, майҙан — Нуғай даруғаһында хөкүмәткә тоғро старшиналар һәм Соймонов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Тубыл й. буйында Я.С.Павлуцкий етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта һәләк була.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Текст на русском языке