МӘНДӘН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Мәндән а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Шафран т. юл ст. К. табан 15 км алыҫлыҡта Манатман й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1073 кеше; 1920 — 1227; 1939 — 932; 1959 — 822; 1989 — 552; 2002 — 502; 2010 — 412 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1778 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәндән Мортазин исеме м‑н аталған. 1795 й. 180 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 104 йортта — 691 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 3 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке