МӘНДЕМ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 30 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 57 км алыҫлыҡта Мәндем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 329 кеше; 1989 — 601; 2002 — 325; 2010 — 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б. 50‑се йй. урман әҙерләү пункты ойоштороуға бәйле, ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала. Л.Ш.Сөләймәнова ошо ауылда тыуған. 

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке