МӘМӘТӘЙ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Бүл-Ҡайпан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Инеш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 477 кеше; 1939 — 555; 1959 — 388; 1989 — 352; 2002 — 335; 2010 — 313 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫке Ҡайпан урта мәк‑ тәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултыра. 1762 й. 14 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 45 йортта 287 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке