МӘМӘДӘЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 6 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 118 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 830 кеше; 1920 — 821; 1939 — 633; 1959 — 385; 1989 — 160; 2002 — 156; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 1718 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусының Мүнәк а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Мәмәд исеме м‑н яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә) нигеҙ һала. 1727 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре һәм мишәрҙәр килеп төпләнә. 1865 й. (хәҙ. исемдә) 69 йортта 401 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, ылаусылыҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған (1858 й. төҙөлгән). 1906 й. ш. уҡ мәсет (1895 й. төҙөлгән), татар мәк‑ тәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. А.Ғ.Вилданов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке