МӘМБӘТҠОЛ, Ҡ а л м а ҡ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Ленин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 34 км һәм Мәләүез т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 93 кеше; 1920 — 136; 1939 — 123; 1959 — 199; 1989 — 159; 2002 — 158; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бөгөлсән урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәмбәтҡол Мостафин исеме м‑н аталған. 1795 й. 9 йортта 52 кеше йәшәгән, 1865 й. М. (Ҡалмаҡта) 22 йортта — 136 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында ылаусылыҡ булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке