МӘМБӘТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Маҡан а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 749 кеше; 1920 — 559; 1939 — 231; 1959 — 312; 1989 — 474; 2002 — 548; 2010 — 529 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусының Һабыр а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Ҡаҙаҡ, Иҫәнғол (тәүге төпләнеүсенең улы Иҫәнғол Мәмбәтов исеменән) исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. Иҫәнғол утары булараҡ (5 йорт) иҫәпкә алынған, 1866 й. М. (Ҡаҙаҡлар) 86 йортта 494 кеше йәшәгән. Малс-ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ мәктәп теркәлгән. Маҡан й. ауыл эргәһендәге туғайы — тәбиғәт ҡомартҡыһы

Р.Ғ.Насиров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке