МӘЛӘКӘҪ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Әләгәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 21 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 127 км алыҫлыҡта Мәләкәҫ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 672; 1939 — 310; 1959 — 415; 1989 — 282; 2002 — 274; 2010 — 259 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Себер даруғаһы Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Ләбәкәй, Төбауыл исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 33 йортта 166 кеше йәшәгән, 1865 й. 55 йортта — 365 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән.

Г.Т.Хөсәйенова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке