МӘҠСҮТОВ Сәхипзада Дәүләт улы (1874, Өфө губ. Бөрө өйәҙе — 1942), Өфө губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Сауҙагәр. Мәҙрәсә, 4 класлы Ҡазан урыҫ-татар мәктәбен тамамлаған. 1902 й. алып Бөрө өйәҙ земство йыйылышы гласныйы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһында торған. Бөрө өйәҙендә бер нисә земство мәктәбе попечителе (ҡара: Попечителлек) була. Борай ихтилалы етәкселәренең береһе. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. 

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: С.Д.Мәҡсүтов

Текст на русском языке