МӘҠСҮТ, Ҡ о й о, Күгәрсен рнындағы ауыл, Мәҡсүт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.Көнб. 50 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Көнс. табан 46 км алыҫлыҡта Һаҙ й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 411 кеше; 1920 — 570; 1939 — 547; 1959 — 793; 1989 — 1051; 2002 — 1090; 2010 — 1003 кеше. Башҡорттарйәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто (“Гүзәл” халыҡ бейеү ансамбле), китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. уртаһында НуғайдаруғаһыҠара-Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙһала. Йорт старшинаһы Мәҡсүт Муллаҡаев исеме мн аталған. Шулай уҡ Серембәт (йорт старшинаһы Серембәт Мәҡсүтов исеменән), Ҡойо булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 305 кеше йәшәгән, 1866 й. 93 йортта — 317 кеше. Малсҡ, игенселек мн шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл эргәһендә Бәндәбикә кәшәнәһе бар. Ғ.М.Ҡазбулатов, Р.Ғ.Фәрхетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке