МӘҠСҮТ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 4 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 338 кеше; 1920 — 396; 1939 — 346; 1959 — 207; 1989 — 195; 2002 — 203; 2010 — 153 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар. Ауылға Стәрлетамаҡ өйәҙе Тәлтем‑Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Дәүләткилде Мәҡсүтов билдәле (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, улус старшинаһы Мәҡсүт Аҡҡорбанғолов исеменән). Шулай уҡ Ҡайраҡлы‑Мәҡсүт исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 23 йортта 133 кеше йәшәгән, 1865 й. 61 йортта — 357 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке