МӘҠСҮТ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Ашҡаҙар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 315 кеше; 1920 — 308; 1939 — 322; 1959 — 206; 1989 — 154; 2002 — 137; 2010 — 139 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. башында Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе исеме м‑н аталған, уның улы Әбүбәкер Мәҡсүтов билдәле. Шулай уҡ Ашҡаҙар Мәҡсүте, Оло Мәҡсүт исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 17 йортта 88 кеше йәшәгән, 1865 й. 37 йортта — 300 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Текст на русском языке