МӘҠСҮТ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡашҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 92 км алыҫлыҡта Ялан Йылайыры й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й.— 200 кеше; 1920 — 312; 1939 — 270; 1959 — 175; 1989 — 127; 2002 — 131; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Ырымбур өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1795 й. алып (17 йортта 108 кеше иҫәпкә алынған) билдәле. 1866 й. 31 йортта 168 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ф.Х.Бикбулатов, Ш.Х.Бикбулатов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке