МӘКӘШ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Мәкәш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 945 кеше; 1920 — 1103; 1939 — 784; 1959 — 750; 1989 — 619; 2002 — 634; 2010 — 782 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 1755 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ даруғаның Күрпәс‑Табын улусы Ҡыҫынды а. (хәҙ. Архангел р‑ны) башҡорттары нигеҙ һала. 1775 й. килешеү б‑са бында ш. уҡ шарттарҙа Ҡазан даруғаһы Әлмәтмулла а. типтәрҙәре килеп ултыра. Шулай уҡ Мекеш, Мекәш, Мәләш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 119 кеше йәшәгән, 1865 й. 74 йортта — 499 кеше. Малс‑ҡ, умарт‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, 2 бакалея кибете теркәлгән. М.Б.Шакиров ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке