МӘЗИТ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Муйнаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 41 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Өҫкәлек й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 297 кеше; 1920 — 400; 1939 — 368; 1959 — 176; 1989 — 216; 2002 — 227; 2010 — 212 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үрге Муйнаҡ урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 18 б. аҙ. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусының Абҙан һәм Этҡол аа. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1866 й. 30 йортта 163 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Ф.Х.Ғөбәйҙуллина, А.Ғ.Исмәғилев, Н.Т.Хәсәнов ошо ауылда тыуған. 

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке