МӘҒӘСҮМОВ Фәтхулла Борхай улы [яҡынса 1892, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Малай-Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1921], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Бөрйән-Түңгәүер ихтилалы етәкселәренең береһе. 1920 й. йәйендә баш күтәреүселәр отряды ойоштороп, Тамъян-Ҡатай кантонында партия ячейкаларын туҙҙыра, сент. алып баш күтәреүселәрҙең берләшкән отрядтарына етәкселек итә. 1921 й. яҙында Ғ.Я.Амантаев м‑н берлектә Охранюк-Черскийҙың баш күтәреүселәр отрядына ҡушыла [ҡара: Крәҫтиәндәр күтәрелеше (1918—21)]. 1921 й. ҡулға алына. Үлтерелә.

Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке