АНИСКИН Михаил Александрович (19.11.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Костин Күле артеле — 25.6.1944, Белорус ССР‑ының Студёнка а. янында, Пустынки а. ерләнгән), танкист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк уч‑щеһын тамамлаған (1943). 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се гвардия танк армияһы 3‑сө гвардия механизацияланған корпусы 8‑се гвардия механизацияланған бригадаһы 44‑се гвардия танк полкының танк ком. гвардия лейт. А. 1944 й. 25 июнендә Студёнка янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1945). Пустынки а. мәктәпкә А. исеме бирелгән һәм һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: Колядин Ф. “Считайте меня коммунистом!” //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018