МЕЧНИКОВ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Түб. Әүрез а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 24 км һәм Шафран т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 266 кеше; 1959 — 422; 1989 — 512; 2002 — 537; 2010 — 435 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында Жданов утары урынында И.И.Мечников ис. курорт ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1925 й. 9 йорт булған. 30‑сы йй. башлап И.И.Мечников ис. совхоз ҡасабаһы, 50‑се йй. аҙ. — “Шафран” совхозы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.