МӘСӘҒҮТ КАНТОНЫ, 1922 й. 5 окт. Дыуан‑Ҡошсо кантонының — 20, Златоуст өйәҙенең — 12, Өфө өйәҙенең 1 улусынан БАССР составында ойошторола. Төньяҡта — Пермь губернаһы, төньяҡ‑көнсығышта — Екатеринбург губернаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Силәбе губернаһы, көньяҡ-көнбайышта — Өфө кантоны, көнбайышта Бөрө кантоны м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Мәсәғүт а. (хәҙ. Дыуан р‑ны). Майҙаны — 13004 км2. Халҡы 1926 й. — 160219 кеше (башҡорттар — 41521, мишәрҙәр — 9242, мордвалар — 3405, урыҫтар — 86371, татарҙар — 17920 һәм башҡалар). 1923 й. 1 мартында Әҙеғол һәм Юва улустары — Красноуфимск өйәҙенә, Шәкүр улусы Екатеринбург өйәҙенә инә, кантон составына Петропавловск улусы, 14 нояб. — Златоуст өйәҙе 1‑се Әйле улусының бер өлөшө индерелә. 1926 й. 7 июнендә М.к. м‑н Урал өлкәһенең Златоуст, Көңгөр һәм Свердловск округтары араһында өҫтәмә сик бүлеү үткәрелә. 1929—30 йй. М.к. составына Златоуст округының бер өлөшө тапшырыла. БашҮБК Президиумының 1923 й. 24 ғин. ҡарары м‑н М.к. терр‑яһында — 9, 1924 й. 31 ғин. — 11, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 1924 й. 15 дек. һәм 1926 й. 14 июнендәге декреты м‑н 10 улус ойошторола. Башлыса а.х. үҫешкән була. 1927 й. һөрөнтө ерҙәр майҙаны (мең га) 128,5, ш. иҫ. һоло сәсеүлеге — 44,4, бойҙай — 39,2, арыш — 35, арпа — 0,8, кар‑ туф — 2,5, етен — 2,9, ҡарабойҙай — 1; һыйыр малы — 95060 баш, йылҡы — 59879, һарыҡ — 138578, кәзә — 8588, сусҡа — 17743. Мәсәғүт кирбес һәм Ярославка күн з‑дтары эшләгән (1927). 57 баҙар булған (1926). 1‑се баҫҡыс 149 мәктәп була (1926; шуларҙың 55‑ендә уҡытыу башҡ., 1‑һендә — мордва, 25‑ендә — татар, 67‑һендә — урыҫ, 1‑һендә эстон телендә алып барылған); 6 дауахана, 3 амбулатория, 11 фельдшер пункты (1930); 9 китапхана, 17 уҡыу йорто (1928) эшләгән. 1930 й. 20 авг. кантон бөтөрөлә, уның терр‑яһы Иҫке Балаҡатай (Дыуан‑Мәсетле, Иҫке Балаҡатай, Әйле, Ямаш улустарының бер өлөшө), Дыуан (Дыуан, Мәсәғүт, Оло Аҡа, Үрге Ҡыйғы улустарының бер өлөшө), Үрге Ҡыйғы (Дыуан‑Мәсетле, Ҡалмаҡол, Мырҙалар, Мәсәғүт, Үрге Ҡыйғы, Әйле улустарының бер өлөшө), Дыуан- Мәсетле (Дыуан‑Мәсетле, Оло Аҡа, Ямаш улустарының бер өлөшө) административ райондары составына инә. Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

Картала: Мәсәғүт кантоны (1926)

Текст на русском языке