МЕРТВАГО Дмитрий Борисович (5.8.1760, Сембер губ. Троицк а. — 23.6.1824, Мәскәү), дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Дворяндарҙан. 1787—96 йй. Өфө наместниклыҡ башҡармаһы советнигы. 1789 й. М. инициативаһы м‑н Өфөлә Өфө мосолмандар диниә назараты асыла (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты). Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75), 18 б. аҙ. — 19 б. башында төбәк халҡының көнкүреше һәм йолалары т‑да мәғлүмәт тупланған “Дмитрий Борисович Мертваго яҙмалары. 1760—1824” (“Записки Дмитрия Борисовича Мертваго. 1760— 1824”; 1867) китабы авторы. 

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке