МЕРӘСЕМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш‑Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 100 км алыҫлыҡта Мерәсем й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1687 кеше; 1920 — 1638; 1939 — 1207; 1959 — 833; 1989 — 473; 2002 — 347; 2010 — 243 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Урғыш лицейы филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. Ауылға Себер даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б-са мишәрҙәр нигеҙ һала, 1731 й. алып билдәле. 1795 й. 270 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 165 йортта 1066 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет, земство мәктәбе, мәҙрәсә, земство фельдшер пункты, 2 мануфактура һәм 6 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. Ауыл эргәһендә Мерәсем ҡурғандары бар. Ф.Ғ.Төхбәтуллин ошо ауылда тыуған. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.