МЕРӘҪ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Бура а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 61 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 54 км алыҫлыҡта Тектәм й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 110 кеше; 1939 — 146; 1959 — 132; 1989 — 87; 2002 — 98; 2010 — 81 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. башында Бөрө өйәҙендә Минзәлә өйәҙе Мерәҫ а. (хәҙ. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны) кешеләре Яңы Мерәҫ а. булараҡ нигеҙ һала. 20‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке