МЕРӘҪ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Мерәҫ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 12 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 57 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 211 кеше; 1920 — 360; 1939 — 232; 1959 — 293; 1989 — 696; 2002 — 738; 2010 — 655 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәҙәниәт йорто, мәсет бар. Ауылға 1816 й. Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусының Сыңғыҙ а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Йорт старшинаһы Мерәҫ Биктимеровтың исеме м‑н аталған. 1866 й. 23 йортта 166 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет теркәлгән. 

Р.И.Үтәғолов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.