АНИСИФОРОВА Нина Николаевна (24.12.1914, Өфө — 27.2.1989, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1937; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов). 1940 й. алып Башҡ‑н ижади-производство комб‑тының рәссам‑биҙәүсеһе. А. портрет жанрында “Әсә” (1946), “Пионерка” (1947), “Башҡорт һунарсыһы” (1948) әҫ. ижад итә. А. ижадының төп темаһы — Башҡортостан тәбиғәте һәм ауыл мотивтары: “Колхоз көтөүе” (1950), “Балыҡсылар”, “Иртәнге ҡояш”, “Ағиҙел йылғаһында кис” (бөтәһе лә — 1953), “Әй йылғаһында кис”, “Көньяҡ Уралда” (икеһе лә — 1956), “Тауҙарҙа” (1979). Уның пейзаждарына лиризм һәм ихласлыҡ хас. “Иван Якутов” (1955), “В.И.Ленин һәм Н.К.Крупская Шушенскоела” (1970) монументаль әҫ. авторы. 1939 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ‑да һаҡлана.

А.В.Лебедева

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.