МЕҢЛЕ, Борай р‑нындағы ауыл, Ваныш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Апаша й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 440 кеше; 1920 — 560; 1939 — 627; 1959 — 553; 1989 — 233; 2002 — 212; 2010 — 165 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1795 й. һәм 1811 й. араһында Бөрө өйәҙе Эске‑Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Әхтәм Меңлеев билдәле. 1865 й. 35 йортта 236 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тирмән, мөгәзәй, сауҙа кибете теркәлгән. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.