МЕҢЙЕТӘР, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 13 км алыҫлыҡта Лобовка й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы 1906 й. — 776 кеше; 1920 — 826; 1939 — 765; 1959 — 571; 1989 — 466; 2002 — 511; 2010 — 514 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1738 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1591 й.) алып Атйетәр исеме м‑н билдәле. Шулай уҡ Мең, Меңатйетәр, Меңләр булараҡ теркәлгән. 1795 й. 25 йортта 133 кеше йәшәгән, 1865 й. 54 йортта — 309 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. 20 б. башында Яңы Меңйетәр бүлендек ауылы (хәҙ. Благовещен р‑ны) барлыҡҡа килеү м‑н, Иҫке Меңйетәр булараҡ иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. С.М.Исхаҡов, Ф.Ә.Нухов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.