МЕҢ ЗАВОДЫ, 1779 й. Өфө өйәҙе Урман-Көҙәй улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Мең й. буйында (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) Я.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) тарафынан тимер етештереү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышев, Дурасовтар (1783 й. алып), Белосельский-Белозерскийҙар (1812 й., башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1815 й. алып), А.Н.Сухозанет (1830 й. алып). Йүрүҙән тау округына ҡараған. 1800 й. эшләй башлай. 1801 й. — 2 крица горны, 3 сүкеше, 1809 й. — 1 тимерлек һәм 4 крица горны, 3 крица сүкеше, 1840 йй. башында 2 крица горны, 3 крица сүкеше була. 1850 йй. заводта 300 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре), ш. иҫ. 80 мастеровой һәм эшсе кеше, иҫәпләнгән. Уртаса етештереүсәнлек йылына 6—13 мең бот тимер тәшкил иткән. 1850 й. заводта ҡаҙаҡ һуғыу цехы һәм цемент ҡоросо етештереү өсөн ҡорос сыныҡтырыу мейесе төҙөлә. 1873 й. ябыла.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.