МИНЗӘЛӘ, ҡала (1781 й. алып). 1645 й. байлар улусы башҡорттары ерҙәрендә Минзәлә й. (Ыҡ й. ҡушылдығы) һул ярында (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1584—86) ҡәлғә булараҡ нигеҙ һалына. Өфө өйәҙе, 17 б. уртаһынан Кама аръяғы һыҙығы (ҡара: Кама аръяғы сик һыҙығы) составында, 18 б. 1‑се сирегенән Өфө провинцияһының ҡала яны, 1781— 1920 йй. Минзәлә өйәҙенең адм. үҙәге. 100 стрелец, 17 б. 3‑сө сирегенән 129 шляхта (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) урынлаша. 1811 й. — 1500, 1897 й. 7552 кеше (башҡорттар — 374, урыҫтар — 6525, татарҙар — 488 һ.б.) йәшәгән. Халҡы башлыса игенселек, сауҙа, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгән. 1870 й. 4 кирбес, 2 күн, 2 май шәм, шарап яһау, патока, шырпы, быяла заводтары эшләй. Баҙар, йылына 3 йәрминкә (1—11 ғин., 19—25 май, 20 июль) үткәрелә. Ир балалар өсөн өйәҙ һәм мәхәллә училищелары, ҡатын‑ҡыҙҙар гимназияһы, земство дауаханаһы эшләй, Илья пәйғәмбәр ҡатынҡыҙҙар монастыры, 3 сиркәү була. М. аша сауҙа юлдары, 17 б. — Оло Мәскәү юлы үтә. 1645 й. М. төҙөр өсөн башҡ. ерҙәрен тартып алыуға бәйле төньяҡ‑көнбайыш башҡорттарҙың ихтилалы тоҡана. 17—18 бб. М. баш адм. учреждениеһы приказ йорто була, уның башында Өфө воеводаһына буйһонған воевода тора. Башҡорт ихтилалы (1662—64), Башҡорт ихтилалы (1681—84), Башҡорт ихтилалы (1704—11), Башҡорт ихтилалдары (1735—40), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡәлғә күп тапҡыр баш күтәреүселәр тарафынан ҡаты һөжүмгә һәм ҡамауға дусар ителә, унда хөкүмәт ғәскәрҙәренең командаһы (ҡара: Башҡорт эштәре комиссияһы) урынлаша, ихтилал етәкселәрен һәм ҡатнашыусыларҙы язалау үткәрелә. Граждандар һуғышы барышында 1918 й. авг. — 1919 й. майында М. бер нисә тапҡыр РККА‑ның Икенсе армияһы, Халыҡ армияһы, Себер армияһы, Чехословак айырым корпусы, партизандар частары баҫып ала. 1920 й. алып ТАССР составында. 

Р.Ғ.Буканова

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке