МЕЛЬНИКОВ Николай Павлович [9.12.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Раевка ст., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Раевка а., — 30.5.1995, Краснодар ҡ.], артиллерист, полк. (1964). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Артиллерия уч‑щеһын (Смоленск ҡ., 1942), Юғары артиллерия офицерҙар мәктәбен (Ленинград, 1948) һәм Үҙәк артиллерия офицерҙар курсын (1960) тамамлаған. 1941 й. алып Совет Армияһында. 1942 й. авг. башлап Көньяҡ- Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 12‑се армияның 1248‑се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея ком. өлкән лейт. М. 1943 й. 14 окт. Украина ССР‑ының Запорожье ҡ. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1966) Кубань а.х. ин‑тында уҡыта. Ленин (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, ?) орд. м‑н бүләкләнгән. 

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Илл.: Н.П.Мельников

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.