МЕЛЬГУНОВ Алексей Павлович (17.6.1876 — ?), Өфө губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Дворяндарҙан. 1917 й. алып Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы. Константин артиллерия уч‑щеһын (С.‑Петербург) тамамлаған. 1895— 98 йй. рус армияһында. 1907—17 йй. Өфө һәм Минзәлә өйәҙ земство йыйылыштары гласныйы. Думала прогрессистар фракцияһы ағзаһы. Өфө дәүләт кәңәшмәһендә кадеттар исеменән “Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһында акт”ҡа ҡул ҡуя. 1919 й. Өфө ҡала думаһы гласныйы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәб.: Члены Государственной Думы: (портреты и биографии). Четвёртый созыв, 1912— 1917 г. /сост. М.М.Боиович. М., 1913.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин

А.П.Мельгунов

Текст на русском языке