МЕДВЕДЕРОВ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 814 кеше; 1920 – 743; 1939 – 687; 1959 – 423; 1989 – 168; 2002 – 101; 2010 – 90 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, сиркәү бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1776 й. керҙәшлек килешеүе б‑са удел крәҫтиәндәре нигеҙ һала. 1788 й., 1799 й., 1811 й. килешеүҙәр б‑са ш. уҡ шарттарҙа бында крәҫтиәндәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. 1865 й. 112 йортта 719 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 6 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү (1883 й. төҙөлгән), сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, 2 тимерлек, ел тирмәне, шарап һәм 3 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. 

 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке