АНИСИМОВА ПОЛЯНА, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 52 км алыҫлыҡта Бузюк й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 455; 1939 — 547; 1959 — 399; 1989 — 112; 2002 — 117; 2010 — 83 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына. 1896 й. 58 йортта 345 кеше йәшәгән. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ грамота мәктәбе теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.