МАЯЧНЫЙ, ауыл, 1953 й. алып Күмертау ҡ. составында, Маячный а/с үҙәге. Ҡаланан К.‑Көнб. 18 км һәм Ермолаевка т. юл ст. Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 5058 кеше; 1989 — 3420; 2002 — 3499; 2010 — 3075 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). “Нефтехиммаш” ААЙ урынлашҡан; ПУ, урта мәктәп, мәктәп‑интернат, балалар баҡсаһы, балалар йорто, психоневрология интернаты, поликлиника, балалар‑үҫмерҙәр клубы, китапхана, Богородица-Державный ҡорамы бар. Ауылға 20 б. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында Көйөргәҙе р‑нында һоро күмер ятҡылығын үҙләштереүгә бәйле ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1954 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. М. 20 б. башында нигеҙләнгән Николаевка а. ҡушыла. 1953 й. Көйөргәҙе р‑ны Күмертау ҡасаба советына ҡараған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.