МАХСУС ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә урындағы ер биләмәләре сиген билдәләү һәм юридик яҡтан раҫлау өсөн 19 б. 30‑сы йй. — 20 б. башында үткәрелгән хөкүмәт сараһы (ҡара: Ер сәйәсәте). М.ы. маҡсаты башҡ. дайсалары эсендә ер биләмәләрен аҫаба башҡорттар (ҡара: Аҫаба, Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) һәм керҙәштәр араһында бүлеү һ.б. була. Ырымбур губернаһында һәм Өфө губернаһында М.ы. 19 б. 30‑сы йй. башлана. Ер биләү һәм ерҙе файҙаланыу мәсьәләләрен хәл итер өсөн указ (1832 й. 10 апр.), 1857 й. 10 июнендәге һәм 23 июлендәге указдар (башҡ. дайсаларында керҙәштәргә ер биреү тәртибен һәм принциптарын билдәләгән), указ (1869 й. 10 февр.), 1884 й. 10 ғин. указ [башҡ. ерҙәрендә йәшәгән кенәз, мырҙалар, сауҙагәрҙәр һәм мещандарҙың (ҡара: Мещанлыҡ) ер биләү тәртибен билдәләгән] һ.б. сығарыла. “Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение”ға ярашлы башҡ. дайсалары эсендә аҫаба башҡорттар һәм халыҡтың башҡа категориялары араһында ер биләмәләрен һуңғы тапҡыр бүлеү үткәрелә. М.ы. м‑н Ырымбур ҡаҙна палатаһы шөғөлләнгән, 1834 й. унда аҫаба башҡорттар һәм керҙәштәрҙең иҫәбе, биләмәләренең майҙаны (Ген. ыҙанлауҙа айырым ер дайсаларына индерелгән керҙәштәрҙең ауылдары иҫәпкә алынмаған) т‑да мәғлүмәттәр йыйыу башлана. 1848 й. алып М.ы. м‑н Башҡ. ыҙан комиссияһы (ҡара: Ыҙан комиссиялары) шөғөлләнә. Ырымбур, Пермь губерналарында, Вятка губернаһында, Һарытау губернаһында 201 башҡ. дайсаһының (14 млн дисәтинәнән ашыу) 157‑һен (11 млн дисәтинәнән ашыу) ыҙандарға бүлеү ҡаралған була. Был губерналарҙа ир затынан булған 171,9 мең аҫаба башҡорт (8‑се ревизия мәғлүмәттәре б‑са, 1834), 90,2 мең хәрби һәм 43,1 мең граждан (7‑се ревизия мәғлүмәттәре б‑са, 1816) керҙәше йәшәгән. М.ы. үткәргәндә аҫаба халыҡ һәм керҙәштәр өсөн ер биләүгә акттар һәм план төҙөлә, һәр биләмәнең сиктәре күрһәтелә. Башҡ. дайсаларының бер нисә тибы билдәләнә: аҫаба башҡорттарҙың йән башына 40 дисәтинә (7‑се ревизия мәғлүмәттәре б‑са) йәки 15 дисәтинә (10‑сы ревизия; 1859) тура килгән биләмәләр; хәрби керҙәштәр өсөн 30‑ар дисәтинә, граждан керҙәштәре өсөн — 15‑әр дисәтинә; башҡорттарҙан милеккә һатып алынған ерҙәр; кенәз, мырҙа һәм сауҙагәрҙәр биләмәләре; аҫаба башҡорттарҙың уртаҡ ерҙәре. 1916 й. ыҙан комиссияларының М.ы. б‑са эше тамамлана. Башҡорттар биләгән ер майҙаны (мең дисәтинә) Өфө губ. 6959,5‑тән 5164,9‑ға, Ырымбур губ. — 4955, 4‑тән 3499,6‑ға, Пермь губ. — 1479, 3‑тән 468,3‑кә, Һамар губ. — 432,7‑нән 285,9‑ға тиклем кәмей; Вятка губ. 30,9‑ҙан 61,1‑гә тиклем арта (аҫаба башҡорттарҙың йән башына бүленгән ерҙәре крәҫтиәндәрҙеке м‑н бергә иҫәпкә алынған). 1917 й. башҡорттарҙың (1,3 млн кеше) яҡынса 9479,8 мең дисәтинә ере була.

А.И.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке