МАХИН Фёдор Евдокимович (15.4. 1882, Иркутск ҡ. — 2.6.1945, Белград, Югославия), революция һәм Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1906 й.) алып Социал- революционерҙар партияһы, 1939 й. — Югославия коммунистар партияһы ағзаһы. Беренсе донъя, Граждандар һәм Икенсе донъя һуғыштарында ҡатнашыусы. Ырымбур казак хәрби училищеһын (1904), Ген. штабтың Николай акад. (С.‑Петербург, 1913) тамамлаған. 1904—1917 йй. рус армияһында, подполк.; 1918 й. башлап Ҡыҙыл Армияла; 1918 й. июль—окт. Халыҡ армияһында, полк.; 1941—45 йй. Югославия армияһында, ген.‑лейтенант. 1904 й. алып 6‑сы Ырымбур казак полкында, 1913 й. — Ген. штабта, 1916 й. — 8‑се армия штабының ген.‑квартирмейстеры бүлегендә, артабан Дунай армияһы штабында. 1918 й. июненән РККА‑ның Өфө ялан штабы нач. һәм Икенсе армия командующийы. Эсерҙар партияһы етәкселәре күрһәтмәһе б‑са Өфөнө Чехословак айырым корпусына биреүгә булышлыҡ итә, Халыҡ армияһы яғына сыға. Июлдә Һамарҙы ҡыҙылдар һөжүменән һаҡлауҙа һәм Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетын Өфөгә эвакуациялауҙа ҡатнаша. Июль аҙағынан 2‑се Сызрань уҡсылар див. нач., 18 окт. башлап 1‑се Ырымбур казак пластундар див. нач., Аҡтүбә ғәскәрҙәре төркөмө командующийы. А.В.Колчак власҡа килгәндән һуң, А.И.Дутовҡа ҡаршы фетнә ойоштороуҙа ҡатнаша. Ҡулға алына. 1920 й. алып Берлинда, Прагала, Парижда, 1923 й. — Белградта эмиграцияла. 1941 й. башлап Югославияла партизандар хәрәкәтен ойоштороуҙа ҡатнаша, Югославияның Халыҡ азатлыҡ армияһы Юғары штабында хеҙмәт итә. 4‑се дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы Изге Владимир (1917), 2‑се дәрәжә Изге Анна (1913), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1914) һәм 3‑сө (1908) дәрәжә Изге Станислав, Ленин (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: L'arme¼e rouge //La puissance militaire de L'URSS. Paris, 1938.

Әҙәб.: К о б з е в В., К у з н е ц о в В. Зигзаги судьбы казаков Махиных //Гостиный двор. 2000. №9. 

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке