МАТЫ, Балтас р‑нындағы ауыл, Штәнде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 86 км алыҫлыҡта Маты й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 722 кеше; 1920 — 887; 1939 — 690; 1959 — 625; 1989 — 461; 2002 — 475; 2010 — 407 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Штәнде урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер- акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Ҡара-Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1713 й. алып билдәле. 1795 й. 4 йортта 30 кеше йәшәгән, 1865 й. 50 йортта — 339 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, тире иләү, итек тегеү оҫтаханалары, һыу тирмәне, 2 тимерлек, 2 бакалея кибете, земство станцияһы теркәлгән. З.Ә.Фәрхетдинова ошо ауылда тыуған. 

 Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке