МАТРОСОВ Александр Матвеевич [ысын исеме Мөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улы; 5.2.1923, башҡа сығанаҡтар б‑са, 1924, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡунаҡбай а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 27.2.1943, Псков өлк. Плетень а. янында, Великие Луки ҡ. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934 й. алып Ульяновск өлк. балалар йорттарында тәрбиәләнә. 1938 й. башлап Куйбышев ҡ. вагондар ремонтлау з‑дында эшләй. 1940 й. алып Өфө балалар хеҙмәт колонияһында була. 1942 й. сент. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. ғин. алып Калинин фронтының 91‑се Себер уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Герой исеменә рядовой М. 27 февр. Плетень а. янында барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1943). М. исеме 56‑сы гвардия уҡсылар див. 254‑се гвардия уҡсылар полкына бирелгән, үҙе мәңгелеккә полктың 1‑се ротаһы исемлегенә индерелгән. РФ, Белоруссия, Украина, БР ҡалаларында урамдарға уның исеме бирелгән, С.‑Петербург, Великие Луки, Днепропетровск, Ишембай, Октябрьский, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡҡ. (1951, 1980) һәм Ҡунаҡбай а. уға һәйкәл ҡуйылған. Великие Луки (1971—93), Өфө, Ҡунаҡбай а. М. музейҙары асылған. Уға Ә.Һ.Бикчәнтәевтың “Бөркөт һауала үлә” (“Орёл умирает на лету”; 1958) повесы, “Рядовой Александр Матросов" нәфис фильмы (1947), “Матросов фамилияһы менән эҙләгеҙ” (“Ищите под фамилией Матросов"; 2001) һәм “Батырлыҡ тураһында дөрөҫлөк” (“Правда о подвиге"; 2006) документаль фильмдары арналған.

Әҙәб.: Александр Матросов: [док., очерки]. Уфа, 1944; Насыров Р. А.Матросов: поиск истины. Уфа, 2007.

Р.Х.Насиров

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке