МАТРАЙ, Мөхәмәтрәхим, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 58 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 279 кеше; 1920 – 512; 1939 – 411; 1959 – 771; 1989 – 1106; 2002 – 967; 2010 – 940 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн соц. приют, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Түңгәүер” башҡ. халыҡ ансамбле), китапхана, мәсет бар.

 Ауылға 19 б. 1‑се ярт. Орск өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Мөхәмәтрәхим (тәүге төпләнеүсе Мөхәмәтрәхим Алғышаев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. 25 йортта 209 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. хәҙ. исемен йөрөтә. 1937—38 йй. — Матрай районының адм. үҙәге. Р.З.Үтәев, А.Б.Ярлыҡапов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке