АНИСИМОВА Нина Александровна (14.1.1909, С.‑Петербург — 23.9.1979, Ленинград), балет артисы, балетмейстер. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957), РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре. (1957). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1926; педагогтары А.Я.Ваганова, А.В.Ширяев) Ленинград Кесе опера театрының балет труппаһы, 1927—58 йй. С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, бер үк ваҡытта 1935 й. алып балетмейстер. 1963—74 йй. Ленинград консерваторияһы педагогы. А. ижадында урыҫ хореография мәктәбенең иң яҡшы традициялары дауам ителгән. Төп партиялары: Тереза (“Париж ялҡыны” — “Пламя Парижа”), Настя (“Партизан көндәре” — “Партизанские дни”; икеһе лә — Б.В.Асафьев), Мерседес (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус). П.И.Чайковскийҙың “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”), А.К.Глазуновтың “Раймонда”, А.А.Крейндың “Лауренсия” һ.б. балеттарҙа испан бейеүҙәрен сағыу башҡарыусы. А.‑балетмейстерҙың ижады драматик эстәлеклелеккә, хореографик спектаклдең бейеү формаларын байытыу һәм яңыртыуға ынтылышы м‑н айырылып тора. А. сәхнәләштергән әҫ. араһында А.И.Хачатуряндың “Гаяне”, С.А.Заранектың “Мөғжизәле фата” (“Чудесная фата”), Н.А.Римский-Корсаковтың “Шехеразада”, С.С.Прокофьевтың “Золушка”, “Аҡҡош күле” (“Лебединое озеро”) һ.б. спектаклдәр бар. 1944 й., 1952 й. А. БДОБТ‑ла башҡ. милли балетының үҫеш юлдарын билдәләүсе “Сыңрау торна” спектаклен ҡуйған.

Әҙәб.: Саитов С.С. Танец ликующий. Уфа, 1968.

Һ.С.Сәйетов, М.А.Таһирова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.