МАТВИЕВСКИЙ Павел Евменович (3.3.1904, Полтава губ. Бобрик а. — 3.3.1987, Ырымбур ҡ.), тарихсы. Тарих ф. канд. (1943), проф. (1966). Днепропетровск халыҡ мәғарифы ин‑тын тамамлаған (1929). 1931 й. алып Мәҙәниәт тарихы ин‑тының һәм бер үк ваҡытта тарих музейының ғилми хеҙм‑ре (Харьков ҡ.). 1940 й. башлап Ырымбур пед. ин‑тында эшләй: 1943—70 йй. СССР тарихы каф. мөдире, 1941—46 йй. декан, 1950— 55 йй. фәнни эштәр б‑са проректор. Фәнни тикшеренеүҙәре тау сәнәғәте, крәҫтиән һәм эшселәр хәрәкәте, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75), Рәсәй һәм Урта Азияның сауҙа- иҡт. мөнәсәбәттәре (ҡара: Каруан сауҙа юлдары), Ватан һуғышы (1812) тарихына арналған. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1961).

Х е ҙ м.: Оренбургский край в Отечественной войне 1812 года: ист. очерк. Оренбург, 1962; Крестьянская война под предводительством Е.И.Пугачёва. Оренбург, 1973; Пётр Иванович Рычков, 1712—1777. Учёный и дипломат. М., 1991 (авторҙ.).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Текст на русском языке

 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.